Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Ғинуар , 15:32

Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026

Аҡъяр ауылының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026» Республика фестиваленең муниципаль этабы үтте.

Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026

Уның маҡсаты – балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм даими физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.

Спорт байрамында мәктәп этабында еңеүсе Аптиковтар, Байчуриндар, Байғужиндар, Ишбулдиндар һәм Фәйзуллиндар ғаилә командалары ҡатнашты.

Ярышта ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ярышты: теннис тубын сәкән менән йөрөттөләр, обруч менән йүгерҙеләр һәм башҡа күңелле дисциплиналарҙа үҙ көстәрен һынанылар. Ғаилә командалары спорт ярыштарында үҙҙәренең етеҙлектәрен, сослоғон һәм зирәклеген күрһәтте.

Сәмле һәм ҡыҙыҡлы ярышта Байғужиндар ғаиләһе еңеү яулаһа, Аптиковтар икенсе һәм Байчуриндар өсөнсө урынға лайыҡ булдылар.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе тарафынан ойошторолған сара ғаиләләрҙең татыу, ныҡлы һәм берҙәм булыуын иҫбатланы.   

Барлыҡ ҡатнашыусыларға грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.

Байғужиндар ғаиләһе Республика  кимәлендә үткәреләсәк ярышта район данын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ.

Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026
Автор: Лира Такалова
Читайте нас