Аҡъяр ауылының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында көрәш буйынса район ярыштары үтте. Улар 2010-2013 йылғы уыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXVIII Спартакиадаһы финалына һайлап алыуҙың мөһим этабы булды.
Ярыштарҙа Аҡъяр, Бүребай, Подольск һәм Целинное ауылдарының 30-ҙан ашыу йәш көрәшсе ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы юғары спорт оҫталығын, көсөн һәм ныҡышмалылығын күрһәтеп, уларҙың еңеүгә ынтылышын сағылдырҙы.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы