Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Ноябрь 2025, 16:23

Ҙур сара башланды!

Бокс – спорттың иң йәнле төрҙәренең береһе. Ышаныс һәм ихтыяр көсө дөрөҫ тормош ҡиммәттәрен билдәләй. Был спорт ярыштарында ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ! 

Ҙур сара башланды!
Ҙур сара башланды!

Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса донъя чемпионаты тантаналы асылды. Ошо ҙур спорт сараһын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Бокс федерацияһы генераль секретары Александр Беспутин һәм башҡалар ҡатнашты.

Әйткәндәй, 2023 йылда боксерҙар йәмәғәтселеге республика Башлығы башланғысын хупланы һәм дөйөм йыйылышта берҙәм тауыш менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровты республиканың Бокс буйынса федерацияһы президенты итеп һайланы. Андрей Геннадьевич бай тәжрибәле етәксе булараҡ бокс үҫеше өсөн тотондо һәм һуңғы ике йылда Өфө, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштарҙы үткәреү урынына әйләнде. Бындай чемпиондар үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә, ярыштар барышында лидерҙар барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа улар – Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм башҡалар. Күптәр өсөн лидерҙарыбыҙ миҫал булып тора, спорт эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәләре республика данын арттыра. Мәҫәлән, Башҡортостан тураһында тотош донъяла һөйләйҙәр, сөнки Артур Собханҡолов – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм Азия чемпионы, IBA INTERCONTINENTAL һәм WBA OCEANIA билбауҙары хужаһы. Бынан тыш, Артур IBF рейтингының етенсе баҫҡысын биләй. Азалия Әминева – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм донъя беренселектәре, БРИКС илдәренең халыҡ-ара спорт уйындары еңеүсеһе, Рәсәйҙең ике тапҡыр еңеүсеһе.

Бокс – спорттың иң йәнле төрҙәренең береһе. Ышаныс һәм ихтыяр көсө дөрөҫ тормош ҡиммәттәрен билдәләй. Был спорт ярыштарында ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ! 

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Ҙур сара башланды!
Ҙур сара башланды!
Автор:
Читайте нас