Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
28 Ноябрь 2025, 20:43

Иң көслө ҡыҙҙар Өфөгә йыйыла

Иртәгә Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты старт ала.

Иң көслө ҡыҙҙар Өфөгә йыйыла
Иң көслө ҡыҙҙар Өфөгә йыйыла

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең бокс легендалары, был спорт төрө буйынса донъя чемпиондары, Олимпия уйындары призерҙары һәм еңеүселәре Софья Очигава, Егор Мехонцев, билдәле спортсылар Саадат Далгатова, Светлана Андреева, Алексей Тищенко, Ирина Серебреникова, Эдуард Абзалимов һәм Әхмәтхан Адилов килә.

“Донъя боксы легендаларының Өфөгә килеүе — быуындар араһында сираттағы күпер төҙөү мөмкинлеге ул.  Уларҙың өлгөһө спортсыларыбыҙҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыр, тип ышанабыҙ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов. 

Айырыуса медицина үҙәктәрендә балалар һәм госпиталдәрҙә махсус хәрби операция яугирҙәре менән осрашыуҙарға иғтибар бүленәсәк. Спорт “йондоҙ”ҙары оҫталыҡ дәрестәре һәм автограф-сессиялар үткәрәсәк, еңеүҙәренең тарихы тураһында һөйләйәсәк.

Өфөлә үткәрелгән Рәсәй чемпионатына тотош Рәсәйҙән 180 спортсы килә. Уларҙың 11-е Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты икенсе тапҡыр үткәрелә. Бынан ике йыл элек тә ошондай сара беҙҙә уҙғайны.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас