Башҡортостан “Милли спорт премияһы-2025”тә спорт үҫеше йәһәтенән иң яҡшы төбәк тип танылды һәм призға лайыҡ булды. Мәскәүҙә лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһында юғары награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды.
- Ҙур бәхет тойғоһо менән был награданы өйгә алып ҡайтасаҡмын һәм быға мөнәсәбәте булғандарға тапшырасаҡмын. Был – тренерҙар, методистар, физкультура уҡытыусылары, бөйөк спортсыларыбыҙ һәм спорт юлын башлаған малайҙар, ҡыҙҙар. Сөнки был – иң тәү сиратта уларҙың ҡаҙанышы, - тине төбәк етәксеһе. - Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа залға килгән балаларҙың спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыу, матур физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, һарайҙар – иң яҡшыһы өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Рәсәйҙең Спорт министрлығына республиканың башланғыстарына даими ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Әйткәндәй, Башҡортостан был номинацияла икенсе тапҡыр еңеү яуланы. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика илдә иң яҡшыһы тип танылғайны.
Милли спорт премияһы 2010 йылда барлыҡҡа килгән. Ул спорттағы, адаптив спорттағы юғары ҡаҙаныштар, физкультура һәм спорт үҫешенә индергән ҙур өлөш, сәләмәт тормошто пропагандалаған өсөн бирелә. Премия 11 номинация буйынса тапшырыла.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!