2025 йылда Башҡортостанда Рәсәйҙә беренсе булып адаптив физик культура өлкәһендә пилот проекты старт алды, уның маҡсаты – һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн спорттың уңайлылығын арттырыу. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Проектты “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фонды һәм ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы башлап ебәрә. Уны финанслау инвестиция средстволары иҫәбенә генә бара.
Башланғысҡа рәсми старт 2025 йылдың 27 сентябрендә “Инклюзив атлетика” республика фестивале сиктәрендә бирелә, ул Рима Баталованың спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.
Проектта кәм тигәндә 300 кеше ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Улар – 6 - 17 йәшлек күреү һәләте боҙолған балалар, шулай уҡ 18 йәштән 70 йәшкә тиклемге I, II һәм III күреү һәләте буйынса инвалидлыҡ төркөмө булған өлкәндәр. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2027 йылдың 30 июненә тиклем.
– Башҡортостан Рәсәйҙә инклюзив спортты үҫтереүҙең яңы йүнәлешен билдәләй. Беҙҙең проект һәр кемгә өмөт бирә һәм кәртәһеҙ спорт донъяһын аса, – тине Руслан Хәбибов.
Төбәк етәксеһе был башланғыстың мөһимлеген билдәләне.
– Яҡшы проект. Уға ярҙам итергә һәм алға барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.