Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Ноябрь 2025, 14:02

Бокс — ул тормош мәктәбе

Районыбыҙҙа бокстың йылдан-йыл үҫешә барыуын йәш боксерҙарҙың төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа даими еңеүҙәре дәлилләй. Йәш спортсыларҙың бөтә еңеүҙәре тренер-уҡытыусыларының ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө, грамоталы, фиҙаҡәр тырыш хеҙмәте менән өлгәшелә. Әлеге ваҡытта 2-се Аҡъяр һәм Әбеш мәктәптәрендә бокс буйынса секциялар уңышлы эшләй. Бының тураһында Хәйбулла районы бокс федерацияһы етәксеһе Артур Рәхмәтов мәғлүмәт бирҙе.

Баймаҡта бокс буйынса Башҡортостан беренселегенең зона ярыштарында Тамирлан Яҡупов, Ильяс Хунафин, Лилиә Сәйфуллина, Йәсминә Горват үҙ категорияларында еңеүҙәр яулап, баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙасаҡ финал турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды
Баймаҡта бокс буйынса Башҡортостан беренселегенең зона ярыштарында Тамирлан Яҡупов, Ильяс Хунафин, Лилиә Сәйфуллина, Йәсминә Горват үҙ категорияларында еңеүҙәр яулап, баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙасаҡ финал турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды

Һәләтле һәм дәртле Аҡъяр егете Артур Айҙар улы бәләкәйҙән әүҙем булып, спортҡа тартылып үҫә. 1997 йылдан бокс буйынса спорт мастеры Урал Казбеков етәкләгән секцияға йөрөй. 2000 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инеп, бында ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүен дауам итә. Тренеры Рим Ғилванов етәкселегендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы йыйылма командаһы составында төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.  2009 йылдан 2-се Аҡъяр мәктәбендә физкультуранан уҡыта башлай. Талантлы педагог быйыл «Йыл уҡытыусыһы-2025» район конкурсының абсолют еңеүсеһе тип тә танылды.

Ауырлыҡтарға ҡарамай, рух ныҡлығы һәм еңеүгә ынтылыш тәрбиәләгән тренерҙың ҡаҙаныштары бихисап. Мәҫәлән, ошо арала Баймаҡта  бокс буйынса Башҡортостан беренселегенең зона ярыштарында ла уның тәрбиәләнеүселәре Тамирлан Яҡупов, Ильяс Хунафин, Лилиә Сәйфуллина, Йәсминә Горват үҙ категорияларында еңеүҙәр яулаған. Шулай итеп улар баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙасаҡ финалда районыбыҙ намыҫын яҡлаясаҡтар. Йәш спортсыларыбыҙға тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

Әйтергә кәрәк, бокс менән республиканың 40 ҡала һәм районында йәмғеһе 9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа йыш ҡына уҙғарылып тора. Миҫал өсөн, 27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем баш ҡалабыҙ Өфөлә Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты уҙасаҡ.

Һуңғы йылдарҙа күп кенә йәштәрҙең сәләмәт тормош алып барыуы, спортҡа ынтылыуҙары һөйөндөрә. Әлбиттә, бының өсөн спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы һәр яҡлап ҡеүәтләп, кәрәкле инвентарҙар, ҡорамалдар алыуҙа ярҙам итеп тороу зарур. Хәйбулланың йәш боксёрҙарына һәм әлбиттә уларҙың тренерҙарына яңынан яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар юлдаш булһын!

2-се Аҡъяр мәктәбендә бокс буйынса күнекмәләр подвалда ҙур майҙанды биләгән бүлмәлә уҙғарыла
Бокс — ул тормош мәктәбе
2-се Аҡъяр мәктәбендә бокс буйынса күнекмәләр подвалда ҙур майҙанды биләгән бүлмәлә уҙғарыла
Артур Рәхмәтов, бокс буйынса тренер, Хәйбулла районы бокс федерацияһы етәксеһе: –Боксты районда электән үҙ итәләр. Әкренләп был спорт төрө үҫешһен өсөн шарттар яҡшыра бара. Үҙем 2019 йылдан 2-се Аҡъяр мәктәбендә бокс буйынса секция алып барам. Күнекмәләр подвалда ғәйәт ҙур майҙанды (6х70 метр) биләгән бүлмәлә уҙғарыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәрбиәләнеүселәрем район, зона, республика һәм төбәк-ара ярыштарҙа сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, бихисап призлы урындар яуланы. Оло Әбеш ауылы мәктәбендә Рәил Ғәлиев етәкселегендә бокс буйынса секция асылыуы бик яҡшы күренеш. Уҙған 2024 йылда бокс үҫешенә йүнәлеш биреү маҡсатында Хәйбулла районы бокс федерацияһы булдырылды. Аҡъяр ауылында йыл һайын бокс буйынса ике төбәк-ара турнир уҙғарыла. Береһе февраль аҙағында ойошторола – ул махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Генерал Шайморатов ордены кавалеры Рөстәм Мөнәүир улы Ғабдрахманов иҫтәлегенә арнала. Икенсеһе бокс буйынса билдәле тренер, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Урал Рәмил улы Казбеков хөрмәтенә апрель аҙағында үткәрелә. Турнирҙарҙы ойоштороуҙа район һәм Аҡъяр ауыл биләмәһе хакимиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар ҙур булышлыҡ күрһәтә. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Ваҡыт үтеү менән спорт инвентарҙары даими яңыртыу талап ителә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта күнекмәләр өсөн бокс тоҡтары һәм ҡылыстары кәрәк. Шулай уҡ ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн спорт формалары ла етмәй. Минеңсә, һәр хәлдә лә районда бокс йылдам үҫешә һәм артабан да үҫешәсәк. Бокс – ул ҙур тормош мәктәбе һәм барыһын берләштерә.
Өфө ҡалаһында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында Тамирлан Яҡупов үҙ ауырлыҡ категорияһында 3-сө урын яулаған
Өфө ҡалаһында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында Тамирлан Яҡупов үҙ ауырлыҡ категорияһында 3-сө урын яулаған
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас