Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Ноябрь 2025, 14:24

Тыуған яғына эшләргә ҡайтып миллион алған!

Рәсәйҙә лә "Ауыл тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай

Тыуған яғына эшләргә ҡайтып миллион алған!
Тыуған яғына эшләргә ҡайтып миллион алған!

Киләһе йылдан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә “Ауыл тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Быйыл проект Алыҫ Көнсығыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың 26 төбәгендә эшләй башланы. Төбәктәр белгестәр йәлеп итеүгә 90 миллион һум аҡса аласаҡ. Физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарға эшкә килгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Алыҫ Көнсығышта ул – ике миллион, башҡа төбәктәрҙә бер миллион һум тәшкил итә.

Шуныһы үҙенсәлекле: Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы Башҡортостанда эшләй башланы. Беҙҙә чемпиондар тәрбиәләргә теләүсе йәш белгестәргә 1 миллион һум аҡса бирелә. 2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән "Ауыл тренеры" программаһы уңышлы эшләп килә. Һөҙөмтәлә ул беҙҙә генә түгел, федераль кимәлдә лә ҙур популярлыҡ яуланы. Әлбиттә, был матур мөмкинлекте кем ҡулынан ысҡындырһын?! Тренер Нина Фёдорованың Ҡалмығстандың баш ҡалаһы Элистанан иренең тыуған яғы Бәләбәйҙәге “Чемпион” спорт мәктәбендә эшләүенә биш йыл тулған. Ошо ваҡыт арауығында ул спортта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм, “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булған.

Художестволы гимнастика – спорттың иң матур, иң нәзәкәтле, иң сағы төрҙәренең береһе. Әммә спортсыларға тәү ҡарамаҡҡа еңел генә атҡарылған кеүек тойолған сағыу сығышы өсөн әллә күпме күнекмә үткәрергә, тырышлыҡ һалырға, ихтыяр көсөнә эйә булырға кәрәклеген тренер һәм гимнасткалар үҙҙәре генә яҡшы белә. Нина Борисовнаны иһә әсәһе дүрт йәшендә беренсе тапҡыр күнекмәгә алып барған. Әле тренер эшләгән “Чемпион” спорт мәктәбендә художестволы секция булмаған, шуға күрә был спорт төрө менән шөғөлләнергә теләгән ҡыҙҙарҙы уның үҙенә тупларға тура килгән.

 Хәҙер аҙна һайын балалар күнекмәләргә йөрөй. Биш йыл эсендә тренер беренсе, икенсе һәм өсөнсө үҫмер разрядтарына эйә булған 38 гимнастка тәрбиәләгән, һигеҙ тәрбиәләнеүсеһе икенсе һәм өсөнсө спорт разрядына лайыҡ булған. Ошондай уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкән остазды “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашырға саҡыралар.

Әйткәндәй, “Ауыл тренеры” программаһында художестволы гимнастика ғына түгел, башҡа спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үткәргән тренер-уҡытыусылар ҡатнаша ала. Аҡсалата түләү алған белгестәр республиканың төрлө төбәктәрендә эшләй. Нина Фёдорова – уларҙың береһе.

 – Мәктәпте тамамлағандан һуң, әсәйем икенсе һөнәрҙе һайлауымды һораны. Мин, әлбиттә, уны тыңланым. Әммә ейәнсәрем тыуғас, һуңғараҡ ул гимнастика менән шөғөлләнергә теләгәс, тренер эшмәкәрлегенә кире ҡайттым, уҡыуымды дауам иттем, тренер эшмәкәрлеге өсөн сертификаттар һәм башҡа документтар алдым, – ти тренер.

Ата-әсәләр балаларын өс-дүрт йәшенән художестволы гимнастика секцияһына килтерә.

 – Башҡортостанға йәшәргә күсеүебеҙгә шатмын. Бында миңә “Ауыл тренеры” программаһының уңышлы эшләүе тураһында һөйләнеләр. Проект миңә күптән уйлап йөрөгән пландарымды тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә һәм тағы ла тырышып эшләр өсөн көс-дәрт өҫтәне, – ти Нина Федорова.

Хәҙер спорт тармағындағы белгестәр “Ауыл тренеры” ғына түгел, “Ҡала тренеры” программаһында ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Быларҙың барыһы ла республикала спорттың үҫеүенә булышлыҡ итә. Бөгөн Башҡортостандағы физкультура, спорт менән мауыҡҡан ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең киләсәктә республика ғына түгел, тотош ил һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яуларына, тимәк, Башҡортостан данын сит ҡитғаларға таратырына ла ышанысыбыҙ ҙур.

ҺҮРӘТТӘ: Нина Федорова тәрбиәләнеүселәре менән.

Фото: Бәләбәй районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас