Унда Рәсәйҙең алты төбәгенән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостандан ошо абруйлы старттарҙа Глеб Рубцов сығыш яһаны.
Башҡортостандың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Глеб ярышта ике миҙал яуланы. Яҡташыбыҙ байдаркала ишеүҙә – алтын, каноэла яңғыҙ ишеүҙә иһә көмөш миҙалға лайыҡ булды.