СПОРТ
10 Октябрь 2025, 08:42

Еңел атлетика ярышы шәп үтте!

Республика көнөнә һәм райондың 95 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса традицион ярыш уҙҙы.

Еңел атлетика ярышы шәп үтте!Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!

Республика көнөнә һәм райондың 95 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса традицион ярыш уҙҙы.

Йүгеректәр ярышында Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан  200-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар  Аҡъяр һыуһаҡлағысынан старт алып, “Уңыш” стадионына тиклем 5 саҡрым араны йүгереп үтте. Барыһы ла еңеү сәме менән финишҡа беренсе булып етергә тырышты.  

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса  урындар  8 йәш категорияһында билдәләнде. Шулай итеп, 1-се урынды 10-13 йәшлек малайҙар араһында Рәфис Тазитдинов, 14-16 йәшлек егеттәр  араһында Руслан Байғужин, 17-25 йәшлектәр  -  Нияз Азаматов, 26-35 йәшлектәр – Илһам Таҡтаев, 36-45 йәшлектәр – Виталий Попов, 46-50 йәшлектәр – Радик Аҡманов, 55 йәш һәм унан өлкәндәр араһында Дамир Хәсәнов яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды 10-13 йәшлектәр араһында Марина Мальцева, 14-16 йәшлектәр – Анна Терешкова, 17-25 йәшлектәр – Альбина Насирова, 26-35 йәшлектәр – Миңһылыу Юланова, 36-45 йәшлектәр – Гөлнур Зверева, 51-55 йәшлектәр – Флорида Ҡоҙабаева, 55 йәш һәм унан өлкәндәр араһында Гөлнур Усманова алды.

 Еңел атлетика буйынса ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы булып Аҡъяр ауылынан 6 йәшлек Ислам Мостафин, иң өлкәне булып Баймаҡ районынан килгән 68 йәшлек Алһыу Байегетова танылды.  

Еңел атлетикала ҡатнашҡан барлыҡ еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Еңел атлетика ярышы шәп үтте!
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас