

«Таяҡ тартышыу буйынса ярыштарҙа Башҡортостан, Дағстан, Һиндостан, Төркмәнстан, Мысыр, Ангола, Конго, Гана, Нигерия, Монголиянан килгән 50-нән ашыу ҡыҙҙар менән егеттәр көс һынаша», – тигән мәғлүмәт менән уртаҡлашты Ағиҙел ҡалаһынан килгән мас-рестлинг буйынса тренер, ярыштарҙың баш секретары Констанин Чупринов.
Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, грэпплинг, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.