СПОРТ
6 Сентябрь 2025, 10:05

Ирәндек итәгендә баһадирҙар көс һынашты

«Бәйге» башҡорт күпбәйгеһендә ир-егеттәр суҡмар ырғытыу, таш күтәреү, тарт-эт, тартыш, таш күсереү кеүек ҡатмарлы һәм тамашалы ярыштарҙа көс һынашты

Ирәндек итәгендә баһадирҙар көс һынаштыИрәндек итәгендә баһадирҙар көс һынашты
Ирәндек итәгендә баһадирҙар көс һынашты

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ»  милли ярыштары ойошторола. Көрәш, грэпплинг,  «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа.  «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе фестивалдең спорт программаһының төп ваҡиғаларының береһе булды.

Бәйгелә Башҡортостан, Мысыр, Һиндостандан килгән ир-егеттәр ҡатнашты. Баһадирҙар суҡмар ырғытыу, таш күтәреү, тарт-эт, тартыш, таш күсереү кеүек ҡатмарлы һәм тамашалы ярыштарҙа көс һынашты. Был дисциплиналарҙың һәр береһе ҡатнашыусыларҙан физик көстө генә түгел, шулай уҡ юғары оҫталыҡ талап итә. Мауыҡтырғыс ярыштар күп тамашасыларҙы үҙенә арбаны.  

Ирәндек итәгендә баһадирҙар көс һынашты
Ирәндек итәгендә баһадирҙар көс һынашты
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас