

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, грэпплинг, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ. Мәргән уғатарҙарҙың атҡа атланып уҡ атыу ярышы мауыҡтырғыс тамашаларҙың береһе булды.
«Әле һыбай атланып, 20-гә яҡын ир-гете менән ҡатын-ҡыҙ уҡ атыу ярыштарында ҡатнаша. Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан килгән ҡатнашыусыларға «Төньяҡ амур» башҡорт һәм «Ҡабаҡ» төрөк маршруттары буйынса үтергә кәрәк була. Балалар төркөмөндә 13 уҡсы мәргәнлектә ярышты. 1-се урында Ғайсар Мәхмүтов, 2-селә - Илназ Солтангәрәев (икеһе лә Баймаҡ районы), ә 3-сө урында Әбйәлил районынан Тимур Хәйруллин алды», – тигән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты Нуриман Хәйруллин.