

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ГТО нормативтарын ҡабул итеү ойошторолған. Әйтергә кәрәк, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы бөтә ил өсөн физик тәрбиә системаһының норматив нигеҙенә әүерелде.
«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә тап килгән өс ауырлыҡ категорияһы буйынса үтәүгә 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге (18 йәш баҫҡысы буйынса) теләгән һәр кемгә рөхсәт ителә.
Әлеге ваҡытта 15 кеше кеше ГТО тапшырырыға теләк белдергән. Иң йәшенә 6 йәш булһа, иң олоһона 61 йәш.
Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.