

Фестивалдә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында грепплинг буйынса ярыштар башланды. Был мәртәбәле ярышта күптән инде үҙен танытып, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындар яулаған спортсы егет-ҡыҙҙар йыйылған. Грэпплинг – ҡул һуғышы төрҙәренең береһе. Унда самбо, дзюдо, джиу-джитсу һәм ирекле көрәштәге һымаҡ техника файҙаланыла. Спорттың был төрөндә кешенең физик йәһәттән көслө булыуы ғына түгел, грамоталы техникаға, яҡшы әхлаҡ-ихтыяр көсөнә эйә булыуы ла зарур. Быйыл грэпплинг буйынса ярыштарҙа 150-нән ашыу спортсы ҡатнаша, улар араһында хәйбуллалар ҙа бар.
«"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә сиктәрендә уҙған грэпплинг буйынса ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Хәйбулла районынан 15 спортсыны алып килдек. Башлыса әрме ҡул көрәше спорты менән шөғөлләнәбеҙ. Бөгөн был спорт төрөндә лә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ», – тине «Дала амурҙары» клубы етәксеһе Илфат Ҡоҙашев.
Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, мас-рестлинг, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.