

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Граф күле буйында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса муниципаль-ара ярыштарҙың финал уйындары аҙағына яҡынлаша. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы командалары араһында үткән ярыш Баймаҡ районының 95 йыллыҡ һәм Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейҙарына арнала.