СПОРТ
6 Сентябрь 2025, 08:11

Башҡортостандың тәбиғәте матур, бер ҡайҙа ла бындай хозурлыҡты күргәнем юҡ ине

Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан килгән Аслан Есенгарин былтыр  «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә «Ауҙарыш» ярышында 3-сө урын алған һәм быйыл еңергә өмөт итә

Башҡортостандың  тәбиғәте матур, бер ҡайҙа ла бындай хозурлыҡты күргәнем юҡ инеБашҡортостандың  тәбиғәте матур, бер ҡайҙа ла бындай хозурлыҡты күргәнем юҡ ине
Башҡортостандың тәбиғәте матур, бер ҡайҙа ла бындай хозурлыҡты күргәнем юҡ ине

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең ҡунаҡтарының береһе Аслан 15 йәшенән был милли спорт төрө менән мауыға башлаған.

«Башҡортостанда йылы ҡаршы алдылар. Башҡорт еренең тәбиғәте иҫ киткес матур, бер ҡайҙа ла бындай хозурлыҡты күргәнем юҡ ине», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Аслан.

Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, грэпплинг,  мас-рестлинг, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас