

Бөгөн Баймаҡ районы Граф күле буйында үткән «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Ирәндек мәргәне» милли йәйәнән уҡ атыу республика турниры уҙасаҡ.
«Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа уҡ атыу буйынса түңәрәк алып барам. Балалар менән аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ, әммә әлегә бының өсөн махсус бина юҡ. Йәш уҡсылар менән ярыштарҙа даими ҡатнашабыҙ. Ҡатыным Таңһылыу Әхмәт ҡыҙы ла ошо спорт төрө менән мауыға башланы, ҡыҫҡа арауыҡ эсендә оҫтарып, уғатарҙар ярыштарында ҡатнашып, 8 грамотаға лайыҡ булды. Уҙған йылда фестивалдә уҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәткәйнем. Ғөмүмән, кәрәкле инвентарҙарҙы һатып алмайым, янды ла, уҡтарҙы ла үҙем яһайым. Бөгөнгө фестивалгә республиканың иң мәргән уҡсылары йыйылған, һис шикһеҙ турнир ҡыҙыу барасаҡ», – ти Салауат Фазлетдинов.
Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг буйынса ярыштар уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.