

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең ҡыҙыу мәле башланды. Байрамда төрлө бәйгеләр, ярыштар ойошторолған. Борондан башҡорт халҡының йыйындарында иң зауыҡлы һаналған милли көрәш майҙаны күптәрҙе йәлеп итте. Был юлы ла көрәш келәменә сығырға теләк белдереүселәр бихисап - 150-гә яҡын көрәшсе көс һынашасаҡ.
«Миллә көрәш буйынса турнирҙа Башҡортостан, Дағстан, Силәбе өлкәһе һәм йыраҡ Төркмәнстандан килгән 150-гә яҡын көрәшсе 14 ауырлыҡ категорияларында көс һынашасаҡ. Иң йәш көрәшсегә Миәкә районы вәкиленә 9 йәш. Бөтә еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә абсолют еңеүсегә башҡорт тоҡомло атын бүләк итәбеҙ», – тип билдәләне көрәш буйынса ярыштарҙың баш секретары Илшат Ҡотлошин.
Турнирҙа Хәйбулла көрәшселәре Динар Собханғолов менән Илшат Мәхмүтов та үҙ көсөн һынаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Мас-рестлинг, грэпплинг, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.