СПОРТ
6 Сентябрь 2025, 06:21

150-нән ашыу спортсы грэпплинг буйынса ярыштарҙа көс һынаша

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә сиктәрендә грэпплинг буйынса ярыштар дүртенсе тапҡыр уҙғарыла

150-нән ашыу спортсы грэпплинг буйынса ярыштарҙа көс һынаша150-нән ашыу спортсы грэпплинг буйынса ярыштарҙа көс һынаша
150-нән ашыу спортсы грэпплинг буйынса ярыштарҙа көс һынаша

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә сиктәрендә грэпплинг буйынса ярыштар дүртенсе тапҡыр уҙғарыла

«Быйыл грэпплинг буйынса ярыштарҙа 150-нән ашыу спортсы ҡатнаша. Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Стәрлебаш районындарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ,  Учалы, Белорет, Мәләүез,  Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан һәм башҡа яҡтарҙан спортсылар килде. Ҡатнашыусылар ике йәш категорияларында (10-13 йәшлектәр һәм 14-17 йәшлектәр) көс һынаша. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк», – тине  грэпплиг буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры, грэпплинг буйынса Башҡортостан  йыйылма командаһының баш тренеры Арсен Зиннәтуллин.

Әйткәндәй, фестивалдең спорт программаһы бик бай: ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, мас-рестлинг,  «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас