СПОРТ
1 Сентябрь 2025, 16:48

«Башҡорт аты» фестивалендә «Тәңкә алыу» милли уйыны ойошторола

Башҡорт тоҡомло арғымаҡтарҙы данлаған халыҡ-ара фестиваленең спорт программаһы менән таныштырабыҙ

«Башҡорт аты» фестивалендә «Тәңкә алыу» милли уйыны ойошторола«Башҡорт аты» фестивалендә «Тәңкә алыу» милли уйыны ойошторола
«Башҡорт аты» фестивалендә «Тәңкә алыу» милли уйыны ойошторола

Башҡортостан вице-премьеры Руслан Хәбибов «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең спорт программаһы менән таныштырҙы. Вице-премьер һүҙҙәренсә, «Башҡорт аты» фестивалендә тәүге тапҡыр «Тәңкә алыу» ярышы уҙғарыла.

«Башҡорт аты» — республикабыҙҙың иң сағыу сараларының береһе. Быйыл фестивалдең спорт программаһын киңәйтергә булдыҡ. Мас-рестлинг һәм грэпплинг, көрәш һәм «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса турнирҙар үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, беҙҙе уҡ атыусылар өсөн «Ирәндек мәргәне» ярышы, ат сабыштары көтә», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Шулай уҡ фестивалдә Баймаҡ районының һәм Сибай ҡалаһының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса финал уйындарын үткәреү, ГТО нормативтарын үтәү планлаштырыла. Спорт ярыштарынан тыш, программала аттар парады, театрлаштырылған тамаша, кәсептәр күргәҙмәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты бар.

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 6 сентябрҙә Баймаҡ районында ойошторола. Күләмле сара дүртенсе йыл үткәрелә, төп маҡсаты — башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов

Фото:Валерий Шахов

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас