

Тематик станцияларҙан торған программа бай һәм ҡыҙыҡлы булған, уны үҙәк район һәм балалар моделле китапханалары, «Ғаилә хеҙмәте» хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Төрлө йәштәге балалар бергәләп, велосипедтарына атланып, билдәләнгән маршрут буйынса үткән.
Сарала ҡатнашыусылар Тыуған ил тураһында шиғырҙар һөйләгән, Рәсәй флагы, гербы һәм гимны тураһында белемдәрен күрһәткән, «Рәсәйҙең халыҡ символдары» уйынында ҡатнашҡан, халыҡ әкиәттәре буйынса йомаҡтарға яуап эҙләгән. Бынан тыш, уларға Рәсәй триколоры тарихы тураһында мәғлүмәт буклеттары тапшырыла, ә велоуҙыш Олег Газмановтың «Вперед, Россия» йырына сағыу флешмоб менән тамамланған.