СПОРТ
11 Август 2025, 15:48

Джошуа Ливо «Салават Юлаев»тан китте

   

Джошуа Ливо «Салават Юлаев»тан киттеДжошуа Ливо «Салават Юлаев»тан китте
Джошуа Ливо «Салават Юлаев»тан китте

«Салават Юлаев» хоккей клубы Канада һөжүмсеһе Джошуа Ливо менән контрактты өҙгән. КХЛ регламентына ярашлы, Өфө клубы менән контракт ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә «Спорт-Экспресс» баҫмаһы.

Уҙған миҙгелдә Джошуа Ливо «Салават Юлаев» өсөн 76 матчта уйнай, 95 (51+44) мәрәй йыя. Канада легионеры бомбардирҙар рейтингын етәкләй һәм КХЛ рекордын ҡуя.

 

Фото:Валерий Шахов

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас