СПОРТ
3 Август 2025, 04:33

Сибайҙан МХО ветераны Бөтә Рәсәй турнирында миҙал яулаған

   

Сибайҙан МХО ветераны Бөтә Рәсәй турнирында миҙал яулағанСибайҙан МХО ветераны Бөтә Рәсәй турнирында миҙал яулаған
Сибайҙан МХО ветераны Бөтә Рәсәй турнирында миҙал яулаған

Ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле спортсылар ҡатнашты. Сибайҙан МХО ветераны Сергей Ипатов турнирҙа уңышлы сығыш яһап, 3-сө урынды алды. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры «Көслө кешеләр» төбәк проектының дауамы булып тора, уның маҡсаты – спорт ярҙамында хәрби хәрәкәттәр ветерандарын яраҡлаштырыу. Сараға абруйлы ҡунаҡ – армрестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин килгәйне.

 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас