

Һабантуй байрамын спорт ярыштарынан тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Тантананың рәсми өлөшөнән һуң, һәр кем күңеленә ятҡан бәйгелә үҙен һынап ҡарай, яҡындары өсөн көйә, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, сәмләндереп тора алды. Район халҡы һәм ҡунаҡтар ат сабышы, волейбол, көрәш, яндан уҡ атыу, ҡолғаға менеү һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашты. Һабантуйҙа ойошторолған халыҡ уйындарында күптәр рәхәтләнеп ярышып, сағыу байрамдан иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып ҡайтты.
Сослоҡ та, таҫыллыҡ та, мәргәнлек тә талап ителгән уҡсылар ярышында үҙ таҫыллыҡтарын күрһәтергә килгән уғатарҙар – ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә башҡорт милли кейемендә ярышты. Ә был һабантуйҙы тамаша ҡылырға килгән халыҡ уҡсыларҙың сәмле ярышын күҙәтеп, ҡыйыу ир-егеттәрҙе, сая ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләп торҙо. Шулай итеп ирҙәр араһында Аҡъяр ауылнан Ғирфан Мәмбәтов иң мәргәне тип табылды, икенсе урынды Баймаҡтан Илшат Ғатауллин, өсөнсө урынды Аҡъярҙан Риф Баймырҙин яуланы. Малайҙар араһында Ирлан Шәрипов (Аҡъяр) – 1-се, Арыҫлан Ҡәйепов (Татыр-Үҙәк) – 2-се, ә Фәттәх Таҡалов 3-сө урындар алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мәрйәм Хәйҙәрова иң мәргәне булды, 2-се урында Менәүәрә Бохарбаева, 3-сөлә – Лилиә Алсынова. Ә ҡыҙҙар араһында Татыр-Үҙәктән Евгения Аҡбалина еңеүсе тип танылды.