

Һабантуй йәме ул, әлбиттә, милли көрәш! Борон-борондан, алпамышалай ата-бабаларыбыҙ һабантуй батыры исемен яулау өсөн йыл буйына көс туплап әҙерләнгән һәм халыҡтың хуплау, дәртләндереү тауыштары аҫтында көрәш майҙанында үҙенең бил бирмәҫ батыр икәнлеген иҫбатлаған. Был юлы ла майҙан уртаһына сығырға теләк белдереүселәр бихисап булды. Билдең ныҡлығы, беләктең көсө, күкрәктең ғәйрәте келәмдә билдәләнә. Көрәштә үҙҙәрен һынап ҡараусылар 4 төр ауырлыҡ категорияһында батырлығын күрһәтте. Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Һөҙөмтәлә 65 килограмға тиклем ауырлыҡта Динар Саниевҡа (Бүребай) тиңдәр табылманы. 75 килограмға тиклемгеләр араһында Рөстәм Дәүләтбаев (Баймаҡ), Александр Лушников (Бүребай) һәм Илшат Мәхмүтов (Вәлит) еңеүселәр исемлегенә инде. Ә инде 85 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы батырҙар араһында Рәфил Сәлимов (Аҡъяр) еңеү яуланы. Руслан Дәүләтбаев – 2-се, Юнир Ҡолсонбаев – 3-сө урында. Ә бына 85 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Ирек Күсәков (Аҡъяр) еңде, 2-се урынды Динар Собханғолов (Таштуғай) һәм 3-сө урынды Азамат Ҡадаев (Аҡъяр) алды. Еңеүселәргә бүләккә һарыҡ, призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алғандар араһында йәрәбә буйынса абсолют еңеүсе тип Бүребайҙан ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса Европа беренселеге һәм асыҡ чемпионатының бронза призеры Динар Саниев танылды.