СПОРТ
6 Июнь 2025, 11:30

Һабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынашты

    

Һабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынаштыҺабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынашты
Һабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынашты

Һабантуй байрамын спорт ярыштарынан тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Тантананың рәсми өлөшөнән һуң, һәр кем күңеленә ятҡан бәйгелә үҙен һынап ҡарай, яҡындары өсөн көйә, ҡатнашыусы ларҙы дәртләндереп, сәмләндереп тора алды.

Район халҡы һәм ҡунаҡтар ат сабышы, волейбол, көрәш, шахмат, шашка, гер күтәреү, тоҡтарҙа йүгереү, көршәк ватыу, ҡолғаға менеү һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашты. Һабантуйҙа ойошторолған халыҡ уйындарында күптәр рәхәтләнеп ярышып, сағыу байрамдан иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып ҡайтты.

Олоһо ла, йәше лә баһа дирҙарҙы туплаған «Сәсеү батыры» көс экстримы буйынса ярыш уҙғарылған майҙансыҡҡа еңеүсене белергә ашыҡты. Бында бәһлеүәндәр К-700 тракторы тә гәрмәсенең покрышкаһын (ауырлығы яҡынса 300 килограмм!) биш тапҡыр әйләндереү, ҙур ташты һәм 70 килограмлыҡ акселде күтәреү, шулай уҡ пул-пуш (спортсмендар бүрәнәне ике яҡ осонан тотоп бер-бербереһен түңәрәктән сығарырға маташалар) дисциплиналарын да көс һынашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Байғусҡар ауылынан Руслан Вәлиев турнирҙа еңеүсе булды. Икенсе урынды Аҡъярҙан Миңнур Нураев, ә өсөнсөнө Ивановканан Рауил Ураҡов яуланы.

Һабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынашты
Һабантуй майҙанында баһадирҙар көс һынашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас