Хәйбулла лаптасылары - тренер Азамат Ишемғолов етәкселегендә Аҡъяр ауылы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре йәнә Рәсәй беренселеге еңеүселәре булды!
21 марттан 28 мартҡа тиклем Смоленскиҙа 2008-2010 йылғы юниорҙар араһында ярыштар үтә. Беҙҙең спортсылар Төмән, Ырымбур, Волгоград өлкәләре, Удмуртия Республикаһы һәм Краснодар крайы командаларын еңеп, еңеү яуланы.
Ә ҡыҙҙар командаһы 9-сы урынды ала. Спортсыларыбыҙҙы һәм тренерҙарыбыҙҙы «Лапта буйынса спорт мастерына кандидат» спорт разрядтарына лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!