Бөтә яңылыҡтар
10
СПОРТ
21 Март , 10:28

Яңы спорт төрө – грэпплинг үҫешә

3-сө Аҡъяр мәктәбендә грэпплинг буйынса район турниры үтте.

Яңы спорт төрө – грэпплинг үҫешә
Яңы спорт төрө – грэпплинг үҫешә

3-сө Аҡъяр  мәктәбендә “Беренсе аҙым” грэпплинг буйынса район турниры үтте. Бындай төр ярыш районда уҡыусылар араһында беренсегә үткәрелде. Ярышта “Дала амурҙары” спорт клубы (тренеры И.Ҡоҙашев), Аҡъяр ауылының Балалар спорт мәктәбе (И.Баҡтыбаев), Татыр-Үҙәк (К.Баймырҙин), Сиҙәм (Ә.Байғотлин) һәм Бүребай (З.Әминев) мәктәптәренән 80-дән ашыу спортсы төрлө йәш төркөмөндә көс һынашты.

Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Р.Йәрмөхәмәтов, Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ф.Нураев турнирҙы асып, спортсыларға уңыштар теләне.

Көн дауамында келәмдә үҙ ауырлыҡ үлсәмдәре буйынса бүленгән көрәшселәрҙең сәмле алыштары барҙы. Уларҙың сығыштарын үҙ эшен яҡшы белгән судьялар баһаланы. Бөтә еңеүселәр миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: