Бөтә яңылыҡтар
10
СПОРТ
26 Февраль , 10:25

Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы!

   

Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы!
Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы!

Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" физкультура-спорт комплексы нормаларын тапшырҙы. Бөтәһе лә ҡатнашты: начальник, бүлек мөдирҙәре, методистар, белгестәр, бухгалтерҙар, водителдәр ҙә.

Планлаштырылған саранан бер көн алда бөтә ҡатнашыусылар ҙа теркәлеү үтте һәм билдәләнгән көндә Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йыйылды. Спорт уйындары, тейешенсә, разминканан башлана, шунан һуң бөтә ҡатнашыусылар йәш төркөмдәренә бүленә һәм ГТО нормативтарын тапшырыуға тотона. Барыһы ла билдәләнгән нормативтарҙы үтәүгә ынтыла, был хатта спорттан бөтөнләй алыҫ булғандарға ла еңел генә ьирелә. Ҡатнашыусылар бында көстәрен һынап ҡарарға, үҙҙәрен яҡшы физик формала булыуын иҫбатларға килгәндәрен таный. Ваҡыт һиҙҙермәй генә үтә. Бөтә һынауҙар артта ҡалып, һөҙөмтәләрҙе көтөргә генә ҡалды. ГТО-ул физик форманы тикшереү генә түгел, ә һаулыҡты нығытыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә бик яҡшы мотивация. "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер " комплексына ҡушылығыҙ, сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә табан аҙым яһағыҙ!

Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы!
Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: