Атингән ауылы мәктәбендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Динар Билалов иҫтәлегенә арналған саңғы ярыштары үтте.
Күңелле, сағыу, дуҫтарса атмосферала үткән сарала бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Тирләп-бешеп йүгереп килгәндәргә лә, көйәрмәндәргә лә сәй өҫтәле әҙерләнгәйне. Ярыштың бағымсылары, Динарҙың туғандары еңеүселәргә грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
"Динар Байрас улы иҫтәлегенә үткәрелгән был саңғы ярыштары мәктәптең изге традицияһына әүереләсәк тип көтөлә. Беҙ Ватанды Һаҡлаусыларҙың һәр береһенең исемен хөрмәт итергә һәм иҫтә тоторға тейешбеҙ!" - тип хәбәр иттеләр Атингән ауылы мәктәбенән.
Белешмә:
Рядовой Динар Байрас улы Билалов 1997 йылдың 7 сентябрендә Атингән ауылында тыуған. 2013 йылда тыуған ауылы мәктәбен бөтөп, Аҡъяр тау колледжында белем ала. Ҡулына диплом алғас, 2015 йылда әрме сафына алына. Новотроицк металлургия заводында һуңғы эш урыны. 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Ул Тыуған илебеҙҙең именлеген яҡлап, һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 16 декабрендә батырҙарса һәләк була. Динар Билалов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды.