Бөтә яңылыҡтар
10
СПОРТ
27 Ғинуар , 12:06

Спортсылар сослоҡта, етеҙлектә үҙен һынаны

Район үҙәгендә самбо буйынса төбәк-ара турнир үтте

Спортсылар сослоҡта, етеҙлектә үҙен һынаны
Спортсылар сослоҡта, етеҙлектә үҙен һынаны

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2009-2010, 2007-2006 йылғы  егеттәр араһында самбо буйынса төбәк-ара турнир үтте. Бына инде икенсе йыл рәттән районда  ошо мауыҡтырғыс көрәш төрө үткәрелә. Был юлы ярыш Студенттар көнөнә арналып,  егеттәр ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте. Турнирҙың маҡсаты - районда самбоны популярлаштырыу, бер тиҫтерҙәр араһында спорт дуҫлығы бәйләнешен нығытыу.  Турнирҙа Хәйбулла районы һәм Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһы командалары ҡатнашты.

Көйәрмәндәр алыштарҙың, рух көрәшенең һәм еңеүгә ынтылыштың шаһиты булды. Ярыштар бик күп сағыу мәлдәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Һөҙөмтәлә иң көслөләр билдәләнде.

Шулай итеп, үҙ ауырлыҡ категорияларында 1-се урынды Эрик Рыҫбаев (50 кг), Нәзир Назаров (60 кг) яулаһа, 2-се урынды Морат Баҡтыбаев (55 кг), Ирәндек Ишемғолов (71 кг) алды.  3-сө урын Урал Иҙелбаев (50 кг), Тимерлан Йосопов (55 кг),  Вилдан Абдуллин (65 кг), Сынғыҙ Фәтхуллин (71 кг) һәм Алмаз Ҡотоев (71 кг) бирелде. Еңеүселәргә грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды. 

– Студенттар көнөнә арналған Самбо буйынса турнир районда икенсе тапҡыр үткәрелә. Орск, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл, Сибай ҡалаһы командаларын да көткәйнек. Әммә улар төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алманы. Районда былтырҙан студенттар менән самбо йүнәлешен  практикалай башланыҡ. Егеттәр физик яҡтан үҫешә һәм секцияларҙа энтузиазм, дәрт менән шөғөлләнә һәм ҙур өмөттәр күрһәтә - тип билдәләне баш судья, спорт мәктәбе тренеры Илфат Баҡтыбаев.

-Биш йыл дзюдо, самбо менән шөғөлләнәм. Өс йыл тирәһе ярыштарҙа ҡатнашам һәм грамоталарым һәм миҙалдарым күп. Һуңғы ваҡытта алдынғылыҡты биргәнем юҡ. Учалыға, Силәбе өлкәһе Ҡыҙылға ярышҡа барып 1-се урын алып ҡайттым. Шуға күрә был юлы ла еңеүгә ышанысым көслө булды һәм яңылышманым. Дзюдо һәм самбонан тыш, лапта, футбол, волейбол, хоккей уйнайым, саңғы ла йөрөйөм. Спорт менән шөғөлләнеү физик әҙерлек бирә,  - тине турнирҙа 1-се урын яулаусы Эрик Рыҫбаев. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: