СПОРТ
11 Января 2025, 11:23

Хәйбулла ылаҡсылары һынатманы

Башҡорттарҙың изге тауы Торатау итәгендә бөгөн уҙған турнирҙа хәйбуллалар 2-се урын алды!

Хәйбулла ылаҡсылары һынатманыХәйбулла ылаҡсылары һынатманы
Хәйбулла ылаҡсылары һынатманы

Хәйбулла районының ат һөйөүсе спортсылары Ылаҡ уйындарында әленән-әле уңыштары менән ҡыуандыралар. Бөгөн башҡорт халҡының изге тауы Торатау итәгендә уҙған ат спорты байрамы сиктәрендә ойошторолған Ылаҡ уйынында ла улар һынатманылар.

Турнирҙа Башҡортостандың Хәйбулла, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан һәм күрше Татарстандан һыбайлылар командалары көс һынашты. 

Уйындың маҡсаты:   ат өҫтөндә сабып барған килеш "кәзә түшкәһен" (ылаҡты) эләктереп алып, тартып алырға тырышҡан башҡа ярышыусыларға бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур ҡаҙанға ырғытырға кәрәк.  

Көсөргәнешле һәм сәмле  уйындар һөҙөмтәһендә Әбйәлил районы командаһы 1-се урын, хәйбуллалар - 2-се урын, ә Баймаҡ ылаҡсылары 3-сө урын яулайҙар. Афарин, райондаштар!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас