Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең районда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра. Милли йәйәнән уҡ атыу ярыштарының йыш үткәрелә башлауы ла ҡыуаныслы. Шул иҫәптән бөгөн Аҡъярҙа махсус хәрби операция геройҙарына арналған яндан уҡ атыу буйынса район-ара турнир ойошторолдо. Хәйбулла, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай һәм Мәләүез ҡалаларынан 50-нән ашыу ҡатнашыусы араһында халыҡ-ара һәм республика ярыштары еңеүселәре лә бар. Ә кем иң мәргәне булып танылды икән?
55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын - Миләүшә Хәлилова (Әбйәлил районы);
2-се урын - Нилә Исламова (Учалы ҡалаһы);
3-сө урын - Мәрйәм Хәйҙәрова (Хәйбулла районы).
55 йәштән өлкәнерәк ир-уҙамандар араһында:
1-се урын - Вәхит Ғәлин (Баймаҡ ҡалаһы);
2-се урын - Хөрмәт Баһауетдинов (Сибай ҡалаһы);
3-сө урын - Рәмил Ишмөхәмәтов (Хәйбулла районы).
Профи категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын - Әлиә Ишморатова (Бөрйән районы);
2-се урын - Нәйлә Ишкилдина (Бөрйән районы);
3-сө урын - Гөлшат Әлимханова (Баймаҡ районы).
Профи категорияһында ир-егеттәр араһында:
1-се урын - Батырхан Ғайсин (Ауырғазы районы);
2-се урын - Азат Фәйзуллин (Баймаҡ районы);
3-сө урын - Ғирфан Мәмбәтов (Хәйбулла районы).
Бөтә еңеүселәр дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.