Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат буйынса район-ара ғаилә турниры үтте. Унда 40-тан ашыу шахматсы ҡатнашты.
-Бөгөн шахмат буйынса сираттағы ғаилә турниры үткәрелде. Унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар күбәйә. Үҙем иһә улым һәм ике ейәнем менән ҡатнаштым. Шахмат уйыны бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмай. Әлеге уйындың иң төп әһәмиәте – кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүҙә. Шахмат уйыны – ул логик фекерләүҙе үҫтерә. Шуға күрә ул айырыуса балалар өсөн файҙалы. Беҙҙең районда шахмат менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, - тине Тәлғәт Рәхмәтуллин.