Байғусҡар ауылында көс экстримы буйынса традицион турнир үтте. Көс экстримы буйынса ярыштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналды һәм турнир башланыр алдынан уларҙың именлегенә бағышлап ауылдың имам-хатибы Сәғит Баймырҙин доға ҡылды. Әйткәндәй, Байғусҡар ауылынан тиҫтәгә яҡын яугир бөгөн алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙ һағына тора.
Райондың иң көслө батыры исеменә быйыл туғыҙ ҡатнашыусы көрәште. Ярыштар программаһына эстафета, тәгәрмәсте әйләндереү, "бүрәнә күтәреү" һәм автомобилде һөйрәү кеүек һынауҙар инде.
Көсөргәнешле һәм сәмле турнир йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде. 18-40 йәшлектәр категорияһында беренсе урынды Аҡъяр ауылынан Миңнур Нураев яуланы, 2-се урында Яңы Ергәндән Зәбир Рәхмәтуллин, ә Ивановканан Рауил Ураҡов 3-сө урын алды. 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында Ивановканан Урал Аслаев еңде.
–Был турнир Байғусҡарҙа бишенсе тапҡыр үткәрелде. Ауыл тормошон йәнләндереү, ҡыҙыҡлы итеү, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу өсөн был ярыштың әһәмиәте ҙур, - тип билдәләне ярыштарҙың баш судьяһы һәм ойоштороусыһы Кәбир Баймырҙин.