2-се Аҡъяр мәктәбендә мәртәбәле сара үтте - Берҙәмлек көнөнә арналған милли яндан уҡ атыу турниры. Был сарала Акъяр мәргәндәре ҡатнашты. 11 уҡсы йыйылды. Ғәҙәттәгесә, ярыш ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һәр бер ҡатнашыусы "Фита - 40" сәбенә 18 метрҙан атып үҙенең мәргәнлеген иҫбатларға тырышты. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле һәм сәмле ярыш ойошторолдо. Ятып ҡалғансы - атып ҡал!
Гөлфирә Мөхәмәтшина, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы.