25-29 октябрҙә Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында уҡтан атыу буйынса донъя чемпионаты үтте. Dala mergeni – 2024 («Дала мәргәне») ярышында Рәсәй, Таиланд, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Франция, Азербайжан, Иран, Монголия, Тажикстан, Төркиә, АҠШ һәм Һиндостандан 100-ҙән ашыу уҡсы ҡатнашты.
«Мәргән уҡсы» ойошмаһы рәйесе Юлай Ғәлиуллин «Башинформ»ға һөйләүенсә, Рәсәй исеменән халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан дүрт уҡсы сығыш яһаны.
– Бөрйән районынан Наилә Ишкилдина ҡаҙаҡ сәбенә (жамбы) атыуҙа алтын миҙал яуланы, Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтоваға ла уңыш йылмайҙы. Ул «көмөш» һәм «бронза» алды. Шулай уҡ беҙҙең командала Баймаҡ районынан Тимур Өмөтбаев һәм Бөрйән районынан Азат Ишкилдин сығыш яһаны, – тип билдәләне Юлай Ғәлиуллин.
Еңеүселәргә беренсе урын өсөн – 500 мең тәңкә, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 400 һәм 150 мең тәңкә тапшырылды.