Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей клубы тренеры Андрей Дәүләтов 51-се йәшендә арабыҙҙан китте, тип хәбәр иттеләр Өфө хоккей клубы ветерандары.
Андрей Эуфетович 2017-2024 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубында эшләй. Уның етәкселегендә команда төбәк, ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеү һәм призлы урындар яулай.
Хоккейсы Андрей Дәүләтов, туған клубынан тыш, Ленинградтың «Нефтсе»һе һәм Пензаның «Дизель»е өсөн сығыш яһай.
Андрей Дәүләтов менән бәхилләшеү бөгөн, 7 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-се яртыла Спорт һарайы алдында була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.