АЛЫҪ ШВАРЦАНАН СӘЛӘМ!
“Ял көндәрендә башҡорт уғы торған Шварца ҡалаһының 950 йыллығында булдыҡ. Мин башҡорттарҙы йыйҙым. Бик шәп булды. Гәзиттең баш битенә эләктек”, - тип сәләм-хат юллаған Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ Ирек Байышев.
Ә был Шварца ҡалаһындағы Изге Лауренция сиркәүенең көмбәҙендә ҡаҙалып торған уҡты 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ атҡан, беләһегеҙҙер.
Шуныһы ғәжәп: уҡты тоҫҡап атҡан урын менән сиркәүҙең бейеклеген ҡарап, ул 100 метр тирәһе осоп барған һәм диаметры 30 сантиметрлыҡ ҡына көмбәҙгә тейгән, тип фаразларға була!
Бына ниндәй мәргән булған бар Европаны таң ҡалдырған һәм француздарҙың ҡоттарын алған “төньяҡ амурҙары” – башҡорттар!
ӘЙТКӘНДӘЙ, 1814 йылда атылған был уҡ һаман да шул сиркәү көмбәҙендә тора.
🏹Әммә төп нөсхәһе 1819 йылда уҡ сереп төшкәс, урынына тимерҙән эшләнгәнен беркетеп ҡуялар.
🏹Ә инде ике быуат тирәһе үткәс, милләттәшебеҙ Ирек Байышев башланғысы менән уҡҡа алтын ялатыла.