Башҡортостан спортсылары V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында тәүге еңеү яуланы. Улар тураһында республиканың спорт министрлығы хәбәр итә.
Ылаҡ (Күк бүре) буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Ҡытай йыйылма командаһын 4:1 иҫәбе менән еңде. Ылаҡсылар командаһы составында яҡташыбыҙ, Иҫәнгилде ауылы егете Нур Күсәрбаев сығыш яһай.
Ләйлә Шаһисолтанова мас-рестлингта Италия һәм Монголиянан килгән дәғүәселәрен уңышлы еңеп сыға. Бөгөн финалда ул Ҡырғыҙстан вәкиле менән осраша.
Шулай уҡ финалға Әзербайжан һәм Белоруссия спортсыларынан көслөрәк булған Алена Фәтихова сыға, ә Камилла Зөлҡәрнәева бронза өсөн көрәшә. Алена Пухова һәм Замират Кусаева финалға сыҡты, ярыштар иртәгә үк үтәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, V бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары уҙған йәкшәмбелә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала башланды. Ярыштар 13 сентябрҙә тамамлана.
фото:редакция архивынан.