Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был төбәктең бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә.
Йыл һайын республикала 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығындағы 15,5 меңдән ашыу физкультура һәм спорт-масса саралары үткәрелә. Был комплекслы спартакиадалар, фестивалдәр, универсиадалар, тармаҡ байрамдарына һәм әһәмиәтле даталарға арналған саралар - спорт декадаһы, Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө, Рәсәй саңғыһы, Олимпия көнө, Физкультурниктар көнө, Милләттәр кросы, Йәйәү йөрөү көнө һәм башҡалар.
Район спортсыларының ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре һәр ваҡыт талантлы, ныҡышмал, ата-әсәләренең, тренерҙар составының ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө менән тырыш хеҙмәте өсөн ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо уята.
Һуңғы йылдарҙа спорт үҫешендә ҙур аҙымдар яһалды. Башҡортостан Республикаһы Уҡыусылары спартакиадаһында Хәйбулла спортсылары 57 команда араһында 1-се урын яулап, ҙур алға китеш яһаны. Был ҙур ҡаҙаныш, сөнки 2011-2012 уҡыу йылында район командаһы республика рейтингында 30-сы урында була, 2017-2018 уҡыу йылында тәүге унау иҫәбенә инде.
Йәш спортсыларҙың бөтә еңеүҙәре балаларҙы ныҡышмалы өйрәтеү аша ғына түгел, ә районыбыҙ тренер-уҡытыусыларының грамоталы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән дә өлгәшелде.
Беҙҙең райондың визит карточкаһы булып лапта тора. Лаптасылар тренер Азамат Ишемғолов етәкселегендә йыл һайын республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе һәм призлы урындар яулай.
Беҙҙең район үҙенең көрәшселәре менән дан тота. Зиннур Зәйнетдин улының тәрбиәләнеүселәре төрлө чемпионаттарҙа еңеүсе була, донъя кимәлендәге ярыштарҙа районыбыҙ намыҫын яҡлай.
Шулай уҡ бокс, көрәш, футбол, еңел атлетика, шахмат, баскетбол, волейбол кеүек спорт төрҙәре бик үҫешкән. Беҙҙең тренер-уҡытыусыларҙың исемдәре район һәм хатта республика сиктәренән ситтә лә билдәле. Гүзәл Бохарбаева, Әнәс Ҡотоев, Йәмил Нураев, Нургиз Бохарбаев, Зиннур Әминев, Фидан Нураев, Гөлсинә Дәүләтбирҙина, Илмир Бохарбаев, Зөфәр Ҡәйепов, Ренал Мәмбәтов, Тәлғәт Шукбаров, Артур Рәхмәтов, Илфат Бактыбаев һ.б.
«Һәр баланың уңышы» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һуңғы йылдарҙа 4 мәктәптең спорт залдары ремонтланды (2021 йыл Һамар ауылы, 2022 - Антингән, 2023 - Өфө ауылы, 2024 йыл Бүребай ауылы).
Районда физкультура хәрәкәтен ойоштороу структураһына Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм уның филиалдары, Бүребай ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Аҡъяр ауылы бассейны, райондың 1 төп һәм 14 урта дөйөм белем биреү мәктәбе инә.
2023-2024 уҡыу йылы башынан 50-нән ашыу төрлө район, зона, республика спорт саралары ойошторолған һәм үткәрелгән.
2023-2024 уҡыу йылында Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа лайыҡлы спорт һөҙөмтәләре күрһәтте.
Физкультурниктар көнөндә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бер төркөм физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Районда физкультура һәм спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 1-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әнәс Ҡотоев, спорт мәктәбе тренеры Зөфәр Кәипов, ГТО тестлау муниципаль үҙәге етәксеһе Нургиз Бохарбаев, педагогия хеҙмәте ветераны, РФ атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Дамир Йәрмөхәмәтов Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ғирфан Мәмбәтов 1993 йылдан 1-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Күмертау педагогия училищеһын, БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә бер нисә быуын спортсылар тәрбиәләгән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте БР Спорт министрлығының грамоталары менән баһаланған.
Комментарий:
Илшат Бикҡолов, БР велоспорт буйынса Олимпия Резервы спорт мәктәбе директоры:
- Спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса республикабыҙ тотороҡло төбәк булып тора. Быйыл республикала “Рәсәй – спорт державаһы” тип исемләнгән төп спорт сараһы үтәсәк. Унда бөтә илдән 5 меңдән ашыу күренекле спортсылар ҡатнашыуы көтөлә. Бөгөнгө көндә беҙҙә бөтә спорт төрҙәре лә үҫешә. Олимпия, параолимпия, сурдоолимпия уйындарында 199 миҙал яулаған 76 чемпионыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып беҙҙең төбәк “Ауыл тренеры” программаһын башлап ебәрҙе. Быйылдан “Ҡала тренеры” программаһы эшләй башланы. Хәйбулла районы ла спортты үҫтереүгә тос өлөшө индерә. Бында матур физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бассейн, ГТО тапшырыу, хоккей, баскетбол майҙансығы бар. Әйтергә кәрәк, бөтә райондар ҙа муниципалитет халҡына күңеленә ятҡан спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн булдырылған бындай шарттар менән маҡтана алмай. Быйыл пенсионерҙар ҙа спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем ҡушылды. ГТО нормативтарын тапшырғандар бассейнға бушлай йөрөйҙәр. Был программаға ла Хәйбулла районы тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Шулай уҡ хәйбуллалар республикала үткән бөтә спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Гел шулай булһындар һәм һәр саҡ призлы урындар яулаһындар тигән теләктә ҡалам.
“Һәр ваҡыт спорт һәм уға бәйле бөтә нимә — Башҡортостандың дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше, тип әйттем. Ҙур спорт сараларын йәлеп итеү бурысы — беҙҙең дәүләт бурысы. Беҙ ҡабул итәбеҙ генә түгел, ә йыш ҡына үҙебеҙ инициатива күрһәтәбеҙ. Шуға күрә Башҡортостанда үткәрелгән ҙур спорт саралары күбәйә бара. Ҙур спорт ярыштары һәр ваҡыт иҫ киткес һөҙөмтәгә эйә. Меңәрләгән бала, спортсыларҙы ҡарағандан һуң, спорт залдарына бара. Бындай кимәлдәге ярыштарҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн үткәргәндә, ысынында улар мөмкинлектәре сикһеҙ кешеләр, был спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла нығыраҡ арттыра. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала. Шулай уҡ был спорт инфраструктураһын даими үҫтереүгә ҙур этәргес, - тип билдәләне Радий Хәбиров.