Бөгөн «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Ирәндек мәргәне» ярышы үтә. Был юлы бәйгелә 70-тән ашыу уҡсы ҡатнаша. Башҡортостандан тыш, башҡа төбәктәрҙән мәргән уҡсылар бик күп.
Хәйбулланан 10 кеше - 3 ир-егет һәм 7 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша: Татыр-Үҙәк ауылынан Риф Баймырҙин, Аҡъярҙан Ғирфан Мәмбәтов, Гөлфирә Мөхәмәтшина, Мәнәүрә Бохарбаева, Мәрйәм Хәйҙәрова, Лилиә Алсынова, Зилә Иҫәнбаева һәм башҡалар ут сойорғотоп ярыша.
Гөлфирә Мөхәмәтшина, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы:
-«Ирәндек мәргәне» ярышында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан уҡсылар көс һынаша. Араларында профессиональ спортсылар, шул иҫәптән республика һәм Рәсәй чемпиондары һәм призерҙары бар. Улар менән бергә ярышыу мауыҡтырғыс, тәжрибә лә тупларға ярҙам итә. Ҡатмарлы һауа торошона, ямғырҙар яуыуына ҡарамаҫтан бәйге бик матур үтә.Зилә Иҫәнбаева, 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы:
-«Башҡорт аты» фестивалендә тәүгә ҡатнашам. Былтыр Шайморатов класының класс етәксеһе булараҡ, уҡыусыларым менән Хәйбулла һыбайлылары өсөн тамашасы һәм көйәрмән булараҡ килгәйнек, быйыл «Ирәндек мәргәне» уҡсылар ярышында ҡатнашырға насип булды. Бында башҡорт халҡының милли рухы һәм, әлбиттә, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тойола. Әлбиттә, тулҡынландырғыс. Беҙҙә дуҫтарса, күңелле команда, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Уҡсылар ярыштарында ҡатнашыу тәжрибәм бар, Ейәнсура районында зона ярыштарында өсөнсө урын алдым, район ярыштарында ла призлы урындар яуланым. Был милли спорт төрөн яратам, борон-борондан башҡорттар мәргән уҡсылар була, уларҙы юҡҡа ғына «төньяҡ амурҙары» тип атамайҙар. Башҡорт уҡ атыу спорты тергеҙелеүенә шатмын. Был әүҙем аралашыу, башҡорт милли йолаларын белеү минең өсөн Шайморатов класының класс етәксеһе булараҡ бик файҙалы, уҡыусыларымды ла йәлеп итермен.