"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә "Ылаҡ" милли уйыны башланды. Унда йәмғеһе алты команда, шул иҫәптән Башҡортостандан һәм Ҡаҙағстандан икешәр команда көс һынаша.
Әлеге ваҡытта Граф күле буйында спорт ярыштарының һайлап алыу турҙары үтә: «Ылаҡ уйыны», «Ауҙарыш», Һәм «Ирәндек мәргәне». Был уйындарҙың барыһында ла хәйбуллалар ҡатнаша.
15-16 августа Ылаҡ уйынында Алты команда – Башҡортостандың ике йыйылма командаһы, Учалы һәм Ауырғазы райондарынан айырым командалар, Ҡаҙағстандан ике команда уйнай. Иртәгә, 16 августа, 1, 2, 3-сө урындар өсөн ике хәл иткес уйын була.
Башҡортостан йыйылма командаһы составында 6 һыбайлы Хәйбулла данын яҡлай: ылаҡсылар командаһы капитаны Нур Күсәрбаев (Иҫәнгилде), Илфат Мәмбәтов (Степной), Зәбир Әлибаев (Вәлит), Владимир Матвеев (Яңы Петровка), Айрат Кинйәбаев (Таштуғай), Ғәзинур Сафиуллин (Әбделнасир). Командаға уңыштар теләйбеҙ!