Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Август , 13:37

Бүләккә – футбол майҙансығы

Һаҡмар-Наҙарғол ауылында балалар өсөн хәүефһеҙ уйын зонаһы барлыҡҡа килде

Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы

2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Атайсал — кесе Ватан» проектының асылы — һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Ошо проектта ҡатнашыусылар һаны 2023 йылда 3500 булһа, 2024 йылда 5600-гә етте.   Һаҡмар-Наҙарғол ауылындағы футбол майҙансығы ла «Атайсал — кесе Ватан» проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.

Заманса спорт объекты  Һаҡмар-Наҙарғол (Бүре) ауылы кейәүе, сығышы менән Иләс ауылынан эшҡыуар Руслан Рәхмәтовтың инициативаһы менән   асыл­ды. Уны асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсем­бәтова, Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт клубы директо­ры Фидан Нураев, Әбеш ауыл Советы хакимиәте башлығы Таһир Юнысов, Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы, балалар ҡатнашты.

Тантаналы саранан һуң, Аҡъ­яр ауылынан килгән һәм Һаҡ­мар-Наҙарғол ауылының спор­тсылары майҙансыҡты һынап ҡарап, тәүге ярышта рәхәтләнеп туп типтеләр. Футбол майҙаны балаларҙың яратҡан урынына әүерелһен. Сәләмәт йәшәү рәүешен про­пагандалаған, спортты һәм үҙе­нең тыуған ерен яратҡан Рус­лан Рәхмәтов кеүек егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Май­ҙансыҡ балалар тауышынан шау-гөр килеп торһон, уйындар өҙөлмәһен.

Таһир Юнысов, Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы:

–Бөгөн ауылда «Атайсал — кесе Ватан» проекты сиктәрендә мини футбол майҙансығы асылды. Уның инициа­торы ошо ауылдың кейәүе, Иләс ауылы уҙаманы Руслан Рәхмәтов. Бында йәйге каникулда бик күп балалар ялға ҡайта. Руслан Ғиз­зәт улы үҙе Мәскәү ҡалаһында эшләй. Футбол майҙансығы өсөн аҡса бүлеп, уның ағаһы Вилдан эшселәр менән майҙансыҡты ҡо­роп та ҡуйҙылар, газон үләндәре сәстеләр. Беҙҙең районда бын­дай майҙансыҡ тәүгеһе. Был бик ҙур һәм һоҡланғыс эш. Бәләкәй генә ауылда барлыҡҡа килгән майҙансыҡтан балаларҙың шат та­уыштары тынмаһын.

Фәррәх Ҡаҙаҡбаев, Һаҡмар-Наҙарғол ауылы:

–Бөгөн Бүре ауылы халҡы өсөн оло байрам. Балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да ҡыуанысы булып футбол майҙансығы асылды. Был ҙур бүләк ул. Минең йәмғеһе 9 ейәнем, 3 ейәнсәрем бар. Әлеге көндә йәйге каникулға алтауһы килде. Рәхәтләнеп ял итәләр, һыу инәләр. Хәҙер яңы футбол майҙансығына килеп туп тибәләр. Үҙем хаҡлы ялда, умарта ҡарайым, ҡош-ҡорт аҫрайым, балыҡ тотам. Ей­әндәрем һәр ваҡыт эргәмдә, ярҙам итәләр. Кейәүемә, ҡыҙыма ҙур рәхмәт.

Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Бүләккә – футбол майҙансығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: