Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был төбәктең бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Төбәктә 2,175 миллиондан ашыу кеше физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Йыл һайын республикала 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығындағы 15,5 меңдән ашыу спорт саралары үткәрелә. Еңел атлетика буйынса ярыштарҙы, айырыуса йүгереү, оҙон дистанцияларға марафондарҙы үҙ иткән һәм бихисап еңеүҙәр яулаған яҡташыбыҙ Айгөл Миңнуллина әлеге көндә Өфөлә йәшәй.
Айгөл Миңнуллина Бүребай ауылында Риф һәм Миңзифа Кирамановтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. 1985 йылда ғаилә Сиҙәм ҡасабаһына йәшәргә күсә. Айгөл бәләкәйҙән сос, етеҙ, талантлы ҡыҙ булып үҫә. Айырыуса спортты үҙ итә, еңел атлетика менән шөғөлләнә, саңғыла уҙыша. Сиҙәм мәктәбендә 9-сы класҡа тиклем белем алғандан һуң, республика иҡтисад лицейын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Әле ул Өфө ҡалаһында йәшәй һәм халыҡ-ара марафондарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
-Мәктәптә уҡығанда йылда йүгереү буйынса яҙ һәм көҙ ярыш үткәрҙеләр. Хәтеремдә 3-сө класта уҡығанда арттан өсөнсө килдем. Артабан инде 1-2-се урындарға сыҡтым. Аҡъярҙа, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында үткән ярыштарҙа ҡатнашып, финиш һыҙығына иң беренсе булып килә инем. Лицейҙа һәм университетта уҡығанда команда составында 1-се урын алдыҡ. Шулай уҡ саңғы ярыштарында ла ҡатнашып, призлы урын яулай инем. Университетты тамамлап, эшләй башлағас, йүгереүҙе бөтөнләй туҡтатып торҙом. Эш, ғаилә, балалар, донъя мәшәҡәттәре менән был шөғөлөмдө күпмелер ваҡытҡа ситкә ҡуйҙым. 2019 йылда апайым тыуған көнөмә Өфөлә халыҡ-ара марафон ярышына 5 км-ға билет бүләк итте. Шул ваҡыттан башлап ҡабат йүгерә башланым һәм әле лә дауам итәм. Башта 5-10, ә 2020 йылда 21 саҡрым йүгерҙем. Артабан ошо дистанцияға ғына йүгерә, трейл-урман-тау ярыштарында ҡатнаша башланым. 2022 йылда Ҡазан ҡалаһында ярым марафонда ҡатнашып, шәхси рекорд ҡуйҙым. Ошо уҡ йылда Өфөлә 35-45 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында 42 км йүгереп, өсөнсө урын алдым. Былтыр Силәбе өлкәһендә үткән трейл ярышында 21 км йүгереп, Рәсәй чемпионынан бер аҙға ғына ҡалып, 2-се урын яуланым. Физкультуранан уҡытыусым Әлфир Байғотлинға рәхмәтемде белдерәм. Ваҡытында мине мәктәп командаһына алып, еңел атлетикала үҫешергә ярҙам итте. Уҡытыусым менән әле лә бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Әйткәндәй, ул да марафонсы. Әлеге мәлдә йорт хужабикәһемен, тормошомдо ғаиләмә, балалар тәрбиәләүгә, күңелемә ятҡан шөғөлөмә бағышлайым, - ти Айгөл Риф ҡыҙы.
Мәҡәләм геройы еңел атлетика менән шөғөлләнеүҙе йәшәү рәүеше итеп алған.
-Йүгереү тәнемә һәм йәнемә ял бирә. Йүгергәндә позитив эмоция һәм энергия алам, шул энергияны яҡындарым менән бүлешәм. Психологтар йүгереүҙе медитацияның бер төрө тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Был фекер менән тулыһынса килешәм. Сөнки йүгергән ваҡытта физик һәм әхлаҡи яҡтан ҡәнәғәтлек алаһың, арыуың бөтә. Йәғни йүгереү, ғөмүмән спорт кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә нығыта, - ти Айгөл.
Айгөл тормош иптәше Рөстәм менән Өфө дәүләт нефть техник университетында таныша һәм бер төркөмдә уҡыйҙар. Диплом алғас, йәштәр ғаилә ҡора. Әле улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Миңнуллиндар бөтә ғаиләһе менән сәләмәт тормош алып бара. Атай-әсәйгә ҡарап, балалары ла спортты үҙ итә.
-Башта үҙем генә йүгерә, ярыштарҙа ҡатнаша инем. Һуңынан балаларым да ҡушылды. Былтырҙан алып бишәүләп йүгерә башланыҡ. Шулай Өфө халыҡ-ара марафонында ғаиләбеҙ менән 47 км йүгерҙек. Ғөмүмән ғаиләбеҙ менән сәләмәт тормош яҡлыбыҙ. Дөрөҫ, хәләл ризыҡ менән туҡланырға тырышабыҙ. Әүҙем физик күнекмәләр яһайбыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ, -ти Айгөл.