Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Июль , 00:11

«Рәсәй – спорт державаһы» форумында 400-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашырға теләк белдергән

   

«Рәсәй – спорт державаһы» форумында 400-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашырға теләк белдергән
«Рәсәй – спорт державаһы» форумында 400-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашырға теләк белдергән

«Рәсәй – спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн 400-ҙән ашыу ирекмән ғариза биргән. Был турала республиканың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә.

Спорт форумы 2024 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Өфөлә ойошторола. Был сара тотош Башҡортостан спорт йәмәғәтселеге өсөн ысын мәғәнәһендә байрам булмаҡсы.

Форумда ҡатнашыу өсөн ирекмәндәр йыйыу дауам итә. Ғөмүмән, форумдың ирекмәндәр корпусына 500-ҙән ашыу ирекмән инә. Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтә:

  • оҙатып йөрөүсе,
  • аккредитация ирекмәне,
  • ирекмәндәр координаторы,
  • халыҡ ағымы координаторы,
  • матбуғат хеҙмәте ирекмәне.

Ғаризаны dobro.ru сайтында ҡалдырырға һәм күләмле халыҡ-ара сараға ҡушылырға мөмкин. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: