Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Июль , 22:26

Арғымағым—уң ҡанатым

Степнойҙан Рәфис Тазетдиновтың тағы бер ҙур еңеүе

Арғымағым—уң ҡанатым
Арғымағым—уң ҡанатым

Өфө ҡалаһында “Аҡбуҙат” ипподромында  “Урал батыр” башҡорт эпосы хөрмәтенә башҡорт тоҡомло аттар араһында  ярыштар үтте.

Һөҙөмтәлә, Степной ауылынан йәш һыбайлы,  бихисап еңеүҙәр яулаған  Рәфис Тазетдинов  “Алан” ҡушаматлы арғымағында  лайыҡлы рәүештә икенсе урын яуланы.

Әйткәндәй, Рәфис  быға тиклем һабантуйҙа һәм  Генерал Миңлеғәле  Шайморатов призына  башҡорт тоҡомло аттар араһында ярыштарҙа 1-се урындар алғайны. Афарин!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: