Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Июнь , 11:04

Хәйбуллала ғаилә спорт байрамы үтеүенә ҡыуандыҡ

 Шевченко ғаиләһе Ивановка ауылына  отпускыға ҡайтҡан арала ла әүҙем тормош алып бара

Хәйбуллала ғаилә спорт байрамы үтеүенә ҡыуандыҡ
Хәйбуллала ғаилә спорт байрамы үтеүенә ҡыуандыҡ

 Рәсәйҙә Ғаилә йылына ҡарата  ойошторолоп, район ауыл биләмәләре командаларынан торған  “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” район конкурсы гөрләп үтте.

Ғаилә спорты күптәрҙе үҙенә тарта шул. Мәҫәлән,  алыҫ Радужный ҡалаһынан   Шевченко ғаилә тыуған ауылдары Ивановкаға ялға ҡайтҡан. Һабантуйҙа ғаилә командаларынан торған спорт  сараһы буласағын ишеткәс, һис икеләнмәй ҡатнашырға ҡарар итәләр.  “Себер тарафтарында йәшәһәк тә, йыл да тыуған районыбыҙға отпускыға ҡайтабыҙ. Беҙ  ғаилә традицияларын һаҡларға тырышабыҙ, спорт сараларында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Әле төрлө эстафеталарҙы уңышлы үттек. Дарина ҡыҙыбыҙға “быйма”, “саңғы” ярыштары ныҡ оҡшаны.  Хәйбулла районында ошондай  спорт байрамы үткәрелеүенә ныҡ ҡыуандыҡ. Бындай конкурстар ғаиләләрҙе берләштерә, сәләмәт тормош алып барыуға булышлыҡ итә”,--тине  Сергей һәм Эльвира  Шевченко.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: