Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Июнь , 14:31

Афарин, Нургизә!

Иҫәнгилде ауылынан сая ҡыҙ ат сабыштарында еңеүҙәр яуланы!

Афарин, Нургизә!
Афарин, Нургизә!

Ниндәй һабантуй ат сабыштарһыҙ үтһен! Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Һабан байрамына күп кенә хәйбуллалар тап ошо тамашаны ҡарарға ҙур теләк менән килә.  Был юлы ла ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе – ат сабышы башланды. Елдәй елгән арғымаҡтар күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы киң майҙанды урап ярышты.  

Хәйбулла районы  фермер хужалыҡтарының башҡорт тоҡомло аттарында ярышында Степной ауылынан 9 йәшлек Рәфис Тазетдинов (И.Тазетдинов КФХ-һы) «Алан» ҡушаматлы атында еңеү яуланы. Унан саҡ ҡына ҡалышып, ярышта ҡатнашыусы берҙән-бер ҡыҙ –  «Малай» саптарында Иҫәнгилденән 9 йәшлек Нургизә Күсәрбаева (Н.Күсәрбаев КФХ-һы) 2-се булып финиш һыҙығын үтте. Киләһе сабышта һыбайлылар Хәйбулла районы хужалыҡтарының эш аттары араһында 3,2 саҡрым арауыҡта уҙышты. Был ярышта Нургизә Күсәрбаева беренселекте бирмәне. Сая ҡыҙ был сабышта «Маэстро» ҡушаматлы атында ярышҡайны. Нургизә ике йыл элек һыбай йөрөргә өйрәнә башлаған  һәм быйыл һабантуйҙа уҙасаҡ сабыштарҙа ҡатнашырға теләк белдереп, ике аҙна дауамында  атаһы Нур менән бергә саптарҙарҙа уҙышырға әҙерләнә. Афарин, Нургизә! Киләһе ярыштарҙа ла уңыштар теләйбеҙ!

Афарин, Нургизә!
Афарин, Нургизә!
Афарин, Нургизә!
Афарин, Нургизә!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: